Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша

Иҡтисад

Санкт-Петербургтың «Ленэкспо» күргәҙмә үҙәгендә йыл һайын үтәрелеүсе Халыҡ-ара иҡтисади форум асыла. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Делегация составында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Евгений Маврин, Дмитрий Шаронов һәм Башҡортостан Президенты советнигы Андрей Назаров бар.

Сара сиктәрендә «Стрэтеджи Партнерз Груп» компанияһы, PVG «Оупенспорт» холдингы, «АстраЗенека» фармацевтика компанияһы, «Хевел» һәм «Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре етәкселеге менән осрашыуҙар планлаштырылған. Башҡортостан вәкилдәре «Рәсәй-Һиндостан» бизнес-диалогында һәм пленар ултырышта ҡатнашасаҡ.

Йола буйынса, иҡтисади форумда корпорациялар һәм төбәктәр араһында килешеүҙәр төҙөлә. Атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһы «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «РусГидро Башҡортостан Һөҙөмтәлелек» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Альстом» холдингы менән хеҙмәттәшлек итеү даирәһен киңәйтеү тураһында меморандум төҙөйәсәк.

Форумда 4,4 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр итә «РБК». Сараға БРИКС илдәре, АҠШ, Евросоюз, Япония, Ғәрәп Әмирлектәренән йәмғеһе 89 сит ил делегацияһы киләсәк. Уларҙың составында — 36 вице-премьер һәм сит ил эштәре министры. Шулай уҡ форумда Германия канцлеры Ангела Меркель һәм Нидерланды премьер-министры Марк Рютте ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть