5 декабрь, Дүшәмбе

20 июнь 2013 йыл, 12:38

Республикала ике кеше батып үлгән

автор: Ольга Мортазина

Үткән тәүлектә Башҡортостанда ике кеше батып үлгән. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Благовещен районының Яблочный ауылы эргәһендә бер төркөм ирҙәр эскән килеш Ағиҙел йылғаһында һыу инергә булған, бының өсөн улар һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урынды һайлаған. 51 йәшлек өфөлө ярға тиклем йөҙөп етә алмаған. Уның мәйетен һыу төбөнән ҡотҡарыусылар сығарған. Белорет районының Ар ташы ауылында ағалы-ҡустылы ике кеше шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урынында һыу инергә булған. 58 йәшлек ир һыуҙа тонсоға башлаған, туғаны уға ярҙам итә алмаған.