9 декабрь, Йома

20 июнь 2013 йыл, 12:10

Төбәктә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды программалары буйынса һөҙөмтәле эштәр башҡарыла

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

19 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Дәүләт корпорацияһы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программаларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү буйынса саралар» бөтә Рәсәй селектр кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сәйәси сараны РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак үткәрҙе.

Рөстәм Хәмитов республикала йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса башҡарылған эштәр, Фондтан бүленгән средстволарҙы файҙаланыу тураһында отчет менән сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан Президенты һүҙҙәренсә, биш йыл эсендә Башҡортостанға Фондтан 10,74 миллиард һум аҡса күсерелгән, йәнә 4,7 миллиард һум сумманы республика ҡушып финанслау тәртибендә бүлгән.

— Был ваҡыт эсендә йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә һәм граждандарҙы күсереүгә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, — тине Рөстәм Хәмитов. — Средстволар тулыһынса файҙаланыла. 2015 йылға тиклем Фонд республикаға йәнә 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлергә планлаштыра.  

Быйыл Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары иҫәбенә капиталь ремонт эштәрен финанслауға заявканы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып яҡланы. Һүҙ 200 миллион һумға яҡын сумма тураһында бара. Йәнә 250 миллион һум төбәк бюджетынан бүленә. Республика Фонд средстволарын ҡабул итеп, муниципалитеттарға йүнәлтте.

БР Президенты хәбәр итеүенсә, ҡыйыҡтарҙы һәм йорт эсендәге йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын ремонтлау эштәре — 1 октябргә тиклем, дөйөм төҙөлөш эштәре 1 декабргә тиклем тамамланасаҡ.

Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондына ике адреслы программа тәҡдим итте. Улар 2015 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм 330 мең квадрат метр тәшкил икән авария хәлендәге торлаҡ фондынан гражданждарҙы күсереүҙе күҙ уңында тота. Был маҡсаттарға 10 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығының башҡарылған эштәр тураһындағы отчетын тыңлағандан һуң, РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак Башҡортостан Республикаһына бер ниндәй дәғүәләр булмауын белдерҙе.

— Төбәктә һөҙөмтәле эштәр башҡарыла, — тине вице-премьер. – Эш барышында өҙөклөктәр булманы, программалар тула ҡеүәтенә тормошҡа ашырылды.