11 декабрь, Йәкшәмбе

20 июнь 2013 йыл, 10:47

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Бахрейн принцессаһы менән осрашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Бахрейн принцессаһы менән осрашты. «Рияда» төркөмө президенты Шейха Дейя бинт Ибраһим Әл Хәлифә Башҡортостанға эш визиты менән килде. Осрашыуҙа республика предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү, берлектәге халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашыу мәсьәләләре һәм инвестициялар тураһында һүҙ барҙы.

Бахрейн принцессаһының Башҡортостанға визиты сараларға бай: бизнесмендар менән осрашыуҙар, заводтарға барыу планлаштырылған. Республика Президенты төбәк иҡтисады үҫешенең төп күрһәткестәре, предприятиелар һәм сәнәғәт өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәр тураһында һөйләне һәм берлектәге проекттарҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

— Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеге әүҙем алып барыла, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Заманса ҡануниәт булдырылды. Уға ярашлы, инвесторҙар өсөн ҙур һалым ташламалары ҡаралған. Беҙҙә инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла, һеҙҙе хеҙмәттәшлек итергә саҡырабыҙ. Һеҙҙең инвестициялар йәлеп итеү һәм ҙур фондтар менән килешеп эш итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыуығыҙ хаҡында беләбеҙ, беҙҙең проекттарҙы ла ҡарап сығырға тәҡдим итәбеҙ. Республика банк структураларының Фарсы ҡултығы илдәрендә эшмәкәрлек алып барыуы һәм Башҡортостан предприятиелары продукцияһын Яҡын Көнсығыш илдәренә сығарыу өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә теләр инек. Беҙҙә донъя кимәлендәге продукция етештергән, халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашҡан предприятиелар бар. Атап әйткәндә, һүҙ Кубала өс нефть эшкәртеү заводын ойоштороу тураһында бара. Ҡорамалдар урынлаштырыуҙан алып технологиялар индереүгә тиклем барлыҡ эштәрҙе Башҡортостан белгестәре башҡара ала. Проект бюджеты – яҡынса 20 миллиард доллар.

Бахрейн принцессаһы күптән Башҡортостанды күрергә хыялланыуы хаҡында әйтте. Шейха Дейя бинт Ибраһим Әл Хәлифә нефть һәм нефть продукттарын һатыу, ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек продукттары етештереү, энергетика өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итергә теләүен белдерҙе. Шулай уҡ, уның һүҙҙәренсә, киләсәктә нефть-газ секторын да үҫтерергә мөмкин.