8 декабрь, Кесе йома

20 июнь 2013 йыл, 9:46

Рөстәм Хәмитов «РусГидро» вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

БР Президенты Рөстәм Хәмитов «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Джордж Рижинашвили менән осрашыу үткәрҙе. Унда Башҡортостан менән «РусГидро» йәмғиәтенең уртаҡ проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, яҡтар энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары технопаркын һәм гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү заводын төҙөү буйынса пландарҙы әүҙем тормошҡа ашыра. Төҙөлөш эштәре алып барыла, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында махсус штаб эшләй.

— Пландар ҙур. «РусГидро» компанияһы беҙҙең өсөн өҫтөнлөкө партнер булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Компания өсөн төбәктә уңайлы шарттар булдырыласаҡ.

Осрашыуҙан һуң Джордж Рижинашвили журналистарға хәбәр итеүенсә, «РусГидро» Францияның «Альстом» компанияһы менән берлектә завод төҙөй. Төҙөлөш эштәре графикка ярашлы алып барыла. Әлеге ваҡытта генераль проектлаусы һайлана. Июль аҙағына тиклем генераль подрядсы һайлау буйынса конкурс үткәреләсәк.

Технопарк төҙөү эштәре графиктан алда бара. Шулай уҡ, компания идараһы вәкиле һүҙҙәренсә, энергияны һаҡсыл файҙаланыу өлкәһендә 7-8 ҙур проект тикшерелә. Улар араһында Өфө урамдарын яҡтыртыу буйынса проект та бар.

— Эш кәңәшмәһе сиктәрендә үҙебеҙҙең һәм коллегаларыбыҙҙың етешһеҙлектәрен асыҡланыҡ, уларҙың барыһы ла эш барышында тикшереләсәк. Әммә дөйөм алғанда барыһы ла яҡшы бара, -тине «РусГидро» вәкиле.