Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә

Иҡтисад

Ғинуар-май айҙары йомғаҡтары буйынса торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре һәм йән башына иҫәптә торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында килә, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Был ваҡыт эсендә бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә республикала 6514 фатир файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың дөйөм майҙаны 645,6 мең квадрат метр тәшкил итә. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 113,6 процентҡа тиң. Төбәктә 1000 кешегә 159 квадрат метр сафҡа индерелгән торлаҡ тура килә.

Төҙөлгән торлаҡ күләменәң 84,7 проценты шәхси төҙөүселәргә тура килә (бер йыл элек был күрһәткес 85,1 процентҡа тиң ине). Граждандар үҙ аҡсаһына һәм кредиттар ярҙамында дөйөм майҙаны 546,5 мең квадрат метр тәшкил иткән 4822 шәхси йорт төҙөгән. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, был 113 процентҡа тиң.

Предприятие һәм ойошмалар 99,1 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән (117,1 процент).

Ағымдағы йылдың ғинуар-май айҙарында ауыл ерендә — 344,9 мең (плюс 17,9 процент), ҡалаларҙа 300,7 мең квадрат метр торлаҡ (плюс 9 процент) файҙаланыуға тапшырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть