10 декабрь, Шәмбе

19 июнь 2013 йыл, 16:07

Башҡортостандың төҙөлөш комплексын үҫтереү программаһы эшләнеп бөтөлөргә тейеш

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

«2013-2018 йылдарға Башҡортостандың төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһын яҡынса бер айҙан раҫлау планлаштырыла. Бындай ҡарар бөгөн республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында ҡатнашыусылар менән ҡабул ителде. Уларҙың фекеренсә, документ эшләнеп бөтөлөргә тейеш.

Программаны финанслау күләме — 616,653 миллиард һум. Уларҙың 2410,409 миллионы – федераль бюджеттан, 22024,724 миллион һумы республика бюджетынан бүленергә тейеш. Бюджеттан тыш сығанаҡтарҙың өлөшө — 586046,157 миллион, урындағы бюджеттарҙың өлөшө 2499,487 миллион һум тәшкил итә.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов текстың эшләнеп бөтөлмәүен, унда аңлайышһыҙ ҡушымталарҙың күп булыуын билдәләне һәм программаны әҙерләүселәргә документты июль уртаһына тиклем эшләп бөтөрөргә ҡушты.

Президент һүҙҙәренсә, төҙөлөш бөгөнгө көндә Башҡортостанда мөһим һәм ауыр темаларҙың береһе булып тора. Быға ҡарамаҫтан, төбәктә торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре йылдан-йыл арттырыласаҡ. 2015 йылға республикала иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙы тулыһынса һүтеп алыу планлаштырыла.

Граждандарҙы арзан һәм сифатлы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын үтәү өсөн республиканың үҙенең төҙөлөш инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Уның ярҙамында урындағы төҙөүселәр ситтән килтерелгән түгел, ә үҙебеҙҙең материалдарҙы файҙалана аласаҡ.

— 2018 йылға республикала йыл һайын ике миллион квадрат метрҙан ашыу эконом класындағы торлаҡ сафҡа индереләсәк, тип планлаштырыла. Дәүләт ҡайһы бер төркөм кешеләр алдында бурыслы, шуға күрә уларҙы тулыһынса торлаҡ менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Был да ҙур һәм ауыр мәсьәлә, әммә уны хәл итергә кәрәк. Иң мөһиме республиканы территориаль планлаштырыу документтары менән тәьмин итеүгә өлгәшергә тейешбеҙ, — тине республика етәксеһе.