6 декабрь, Шишәмбе

19 июнь 2013 йыл, 15:07

Өфөлә «Ҡала мөхите-2013» социаль реклама фестиваленә эштәр ҡабул ителә

автор: Розалия Вәлиева

IX «Ҡала мөхите-2013» социаль реклама фестиваленә эштәр ҡабул ителә башланы, тип хәбәр иттеләр БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ойоштороусылар бәйгелә ҡатнашыуға социаль рекламаның тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыуына ышанған, битараф булмаған ижади кешеләрҙе саҡыра. Быйылғы фестиваль «Таҙа ҡалала йәшәйек!» девизы аҫтында үткәрелә. Ойоштороу комитеты ҡалалар экологияһына, ҡала урамдарының таҙалығына, ҡала мөхитенең именлегенә айырыуса иғтибар бүләсәк.

Шулай уҡ конкурсҡа башҡа көнүҙәк социаль проблемаларға арналған эштәр ҡабул ителә. Төп номинациялар тураһында фестиваль сайтының «Ҡатнашыусылар өсөн» бүлегендә белергә мөмкин.