8 декабрь, Кесе йома

19 июнь 2013 йыл, 13:18

Башҡортостандан Гөлшат Фазлетдинова 10 000 метрға йүгереү буйынса Рәсәй чемпионы булды

автор: Әлим Фәйезов

10 000 метрға йүгереү буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостандың Белорет ҡалаһынан Гөлшат Фазлетдинова йәштәр араһында Рәсәй рекордын ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенән. Бөгөнгө көндә 20 йәшлек спортсы Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙары Евгений һәм Татьяна Сенченко етәкселеге аҫтында шөғөлләнә.

Чемпионат «Лужники» комплексының Ҙур спорт аренаһында еңел атлетика турниры сиктәрендә үтте. Был ярыштар 2013 йылдың 10-18 авгусында Мәскәүҙә еңел атлетика буйынса үтәсәк донъя чемпионаты алдынан үҙенә күрә тест булды.

Гөлшат Фазлетдинованың ваҡыты — 32:01.83. Икенсе урынға – Наталья Пучкова (32:02.67), өсөнсө урынға Алина Прокопьева (32:02.92) лайыҡ булды.