Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Дайверҙар Яҡтыкүл төбөндә өмә үткәрҙе

Йәмғиәт

Әбйәлил районында Башҡортостанда иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә Яҡтыкүл төбөндә өмә үткәреү буйынса акция үтте. Бындай сара үткәреү башланғысы менән Магнитогорскиҙың «Һыу аҫты парашюты» клубы ағзалары менән берлектә Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Салауат Нафиҡов сығыш яһаны.

— Йыл һайын дайверҙар әлеге күл төбөнә төшөп, бер юлы уны сүп-сарҙан таҙарта, — тип һөйләне ойоштороусыларҙың береһе Эдуард Якушев. – Беҙҙең өсөн был тренировка ла, эш тә, ял да.

Һигеҙ дайвер күл төбөнә төшөп, һыуҙы сүп-сарҙан таҙартып сыҡты. Күл буйынан һәм төбөнән ике трактор арбаһы сүп-сар йыйылды. Ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре подводниктар өсөн ашатыу ойошторҙо, сүп-сарҙы сығарып түгеү өсөн транспорт менән тәьмин итте.

Өмәлә ҡатнашыусылар менән Ташбулат ауылы биләмәһендә урынлашҡан йәнә ике күл төбөн таҙартыу тураһында һөйләшеп килешелде.

Теги: акциялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть