11 декабрь, Йәкшәмбе

19 июнь 2013 йыл, 11:44

Башҡортостандан депутат Сәлиә Мырҙабаева «Земство табибы» проектын дауам итеү яҡлы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандан депутат, Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева 2014 йылға һәм артабанғы йылдарға ауыл еренә эшкә барған медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе дауам итеү тураһында закон проектын әҙерләү, шулай уҡ проектҡа бәләкәй ҡалаларҙы индереү башланғысын хупланы. «Земство табибы» проектын дауам итеү мәсьәләһе «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Иркутск өлкәһенең партия активы менән осрашыуында тикшерелде.

— «Земство табибы» программаһы 2012 йылда ауыл медицинаһына һигеҙ меңгә яҡын табипты йәлеп итергә мөмкинселек бирҙе, быйыл йәнә биш меңдән ашыу табип ауыл еренә эшкә барасаҡ, — тип билдәләне Сәлиә Мырҙабаева. – Әммә тармаҡта квалификациялы кадрҙар етешмәү әле булһа иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Шулай ҙа табиптар дефициты һуңғы йылдарҙа 40 мең кешегә тиклем кәмене, ә урта медицина персоналы дефициты 270 меңгә тиклем артты.

«Земство табибы» программаһын дауам итеү кәрәклегенә комментарий биреп, парламентарий ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан проекттың федераль һәм республика бюджеттарынан ҡушып финанслау шарттарында тормошҡа ашырылғанын билдәләне.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә субъекттар ҙа әлеге проектты финанслау өсөн тигеҙ мөмкинлектәргә эйә түгел, был ҡатнашыусылар һанының кәмеүенә килтерә, — тип билдәләне депутат.

Сәлиә Мырҙабаева проектты финанслау схемаһын ҡайтанан ҡарарға һәм федераль бюджет средстволары иҫәбенә финанслау күләмдәрен арттырырға тәҡдим итте.

— Беҙ, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзалары, бер йыл элек «Земство табибы» проектына ауылдарҙы ғына түгел, ә бәләкәй ҡалаларҙы ла индерергә тәҡдим иткәйнек. Был идеяның «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе тарафынан хупланыуы ҡыуаныслы, — тип һүҙен йомғаҡланы Сәлиә Мырҙабаева.