Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфө скверҙарының береһенә Рудольф Нуриев исемен бирергә тәҡдим ителде

Мәҙәниәт

Өфөнөң Пушкин урамындағы скверына Рудольф Нуриев исемен бирергә тәҡдим ителде. Бындай тәҡдим менән республика баш ҡалаһының ижади интеллигенцияһы сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры буйындағы аллея күп өфөлөләргә таныш, был ҡала халҡының яратҡан ял урындарының береһе. Бығаса ул Пушкин аллеяһы тип аталды. 1949 йылдан алып аллеяла әле күсерелгән А.С.Пушкин бюсы тора ине. 1998 йылдың 17 мартында театр фасадында бөтә донъяға танылған бейеүсе Рудольф Нуриевтың барельефы урынлаштырылды.

Йыл дауамында скверҙа ремонт, төҙөкләндереү эштәрен үткәреү, фонарҙар, эскәмйәләр ҡуйыу планлаштырыла.

Өфөлөләр ҡала хакимиәте сайтында тәҡдим ителгән башланғыс өсөн тауыш биреүҙә ҡатнаша ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть