Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 200-ҙән ашыу санкцияланмаған ҡалдыҡтар сүплеге асыҡланған

Йәмғиәт

2013 йыл башынан алып Башҡортостанда 237 санкцияланмаған ҡалдыҡтар сүплеге асыҡланған, уларҙың дөйөм майҙаны 71 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә.

— Бөгөнгө көнгә сүплектәрҙең 65 проценты, йәғни 156 санкцияланмаған сүплек бөтөрөлгән. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға 100-ҙән ашыу административ штарф һалынған, — тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы йыл башынан алып республикала 22 сүплек яныу осрағы теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны бер мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала санкцияланмаған сүплектәрҙе асыҡлау һәм бөтөрөү буйынса эш дауам ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть