Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Татарстандың Дәүләт Советы спикеры менән осрашыу үткәрҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстандың Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин менән осрашыу үткәрҙе. Һөйләшеү барышында төрлө мәсьәләләр, шул иҫәптән ауыл хужалығы өлкәһендәге хәл, ҡоролоҡ шарттарында тупраҡ эшкәртеү технологияһын ҡулланыу мөмкинлектәре тикшерелде.

Күрше төбәктең Дәүләт Советы рәйесе Рөстәм Хәмитовҡа Татарстан Республикаһының территориаль-административ ҡоролошо тураһында китап тапшырҙы.

Татарстан парламенты спикеры визитының төп сәбәбе Ҡазанда үтәсәк Универсиадаға бәйле.

— Универсиада уты Өфөгә килеп етте. Артабан ул Татарстан ҡалалары һәм райондары буйлап үтәсәк, — тип һөйләне Фәрит Мөхәмәтшин.

Күрше республиканың закондар сығарыу органы етәксеһе фекеренсә, ике төбәк араһындағы парламент-ара хеҙмәттәшлек уңышлы үҫешә. Төҙөлгән килешеү сиктәрендә төрлө проекттар буйынса закон сығарыу органдары комитеттары, парламент делегациялары кимәлендә даими рәүештә осрашыуҙар үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть