10 декабрь, Шәмбе

18 июнь 2013 йыл, 16:47

Эстония башҡорттары Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләне

автор: Людмила Терновая

Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнде. «Салауат йыйыны» байрамы бында беренсе тапҡыр үткәрелмәй. Эстония ерендә ул йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Салауат көндәре йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу өсөн нигеҙ булып тора.

«Ағиҙел» башҡорт мәҙәни йәмғиәте йыл һайын Палдиски ҡалаһына сәфәр ойоштора. Быйыл да был матур йола тормошҡа ашырылды. Сарала ҡатнашыусылар Салауат һәйкәленә сәскәләр һалды, башҡорт халҡының милли геройын хөрмәтләп иҫкә алды.

Таллиндағы «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте активисы, Ишембай егете Хәйҙәр Фазлиәхмәтов Салауат Юлаевҡа һәм башҡа каторжандарға бағышлап Көрьәндән сүрәләр уҡыны. Һәйкәл янында ҡурайҙа «Уралым» көйө яңғыраны.