11 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2013 йыл, 16:10

Республикала иҡтисади әүҙем халыҡ һаны 1,988 миллион кеше тәшкил итә

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың февраль-апрель айҙарында статистика органдары тарафынан үткәрелгән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда иҡтисади әүҙем халыҡ һаны 1,988 миллион кеше тәшкил итә.

Уларҙың 1,855 миллиондан ашыуы — хеҙмәт эшмәкәрлеге менән мәшғүл, 133 меңе – эшһеҙ.

Бер йыл элек республикала иҡтисади әүҙем халыҡ һаны 2,041 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә ине. Уларҙың 1,918 миллионы – хеҙмәт эшмәкәрлеге менән мәшғүл ине, ҡалғандары эшһеҙ тип иҫәпләнде.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылдың февраль-апрель айҙарында дөйөм эшһеҙлек кимәле Башҡортостанда 3,1 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса был һан – 5,7 процентҡа, Волга буйы федераль округында 5,2 процентҡа тиң. Бер йыл элек был күрһәткес, шул тәртиптә, 6,1; 5,5 һәм 5,3 процент тәшкил иткән.