11 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2013 йыл, 15:34

Башҡортостан һәм Татарстан парламенттары спикерҙары үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Людмила Терновая

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылшы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин менән осрашыуы үтте. Осрашыуҙа төбәктәрҙең социаль-иҡтисади хәле, закон сығарыу процедураларында парламенттарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре, шул иҫәптән РФ Федераль Йыйылышына федераль закондар индереү буйынса закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы менән файҙаланыу мәсьәләһе тикшерелде.

Парламент етәкселәре Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу үткәрергә, шулай уҡ Өфөлә Универсиада уты эстафетаһына бәйле сараларҙа ҡатнашырға  планлаштыра, тип хәбәр иттеләр төбәк парламентының матбуғат хеҙмәтенән.