6 декабрь, Шишәмбе

18 июнь 2013 йыл, 11:51

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов һәләк булған яугирҙарға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Сарала Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, генерал-майор Рауил Кирәев, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм Тәкәрлек ауылы халҡы ҡатнашты.

Һәйкәл асыу башланғысы менән «Йәшел береттар» ансамблендә ҡатнашыусылар сығыш яһаған, улар финанс ярҙамы ла күрһәткән. Төп сумманы Тәкәрлек ауылы халҡы йыйған. Шулай уҡ урындағы властар, ветерандар ойошмалары ла ярҙам күрһәткән.

— Районда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына сираттағы һәйкәл асыу мөһим ваҡиға булып тора. Һәйкәлдең бойороҡ буйынса түгел, ә халыҡ инициативаһы буйынса асылыуы айырыуса әһәмиәтле, — тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов.

2014 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тула, тип иҫкә төшөрҙө депутат. Был иҫтәлекле датаға әҙерлек саралары башланған да инде. Иршат Фәхретдинов хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы, ветерандар ойошмалары ағзаларын локаль конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙың ҡәберлектәрен һәм һәйкәлдәрен төҙөкләндереү буйынса «Рәсәй һәр һалдатын хәтерләй» исемле бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырҙы.