6 декабрь, Шишәмбе

18 июнь 2013 йыл, 11:08

Универсиада-2013 уты Өфөгә килде

автор: Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин

18 июндә урындағы ваҡыт менән 8 сәғәт 10 минутта Өфөгә XXVII Бөтә донъя студенттар уйындары уты килде. Өфө – Универсиада уты эстафетаһын ҡабул иткән 30-сы һәм һуңғы ҡала. Универсиада утын ҡаршы алыу тантанаһында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

— Беҙҙең сәфәребеҙ 14 майҙа башланды, йәғни бына инде бер айҙан ашыу Универсиада утын һаҡлайбыҙ. Беҙҙең өсөн был ҙур яуаплылыҡ ҡына түгел, оло хөрмәт тә, — тип билдәләне спортсыларҙың береһе Владимир Жемер. – Бөгөнгө эстафета бөтә ил буйлап ҡылған сәфәребеҙҙең һуңғы баҫҡысы булып тора һәм ул лайыҡлы үтер, тип ышанабыҙ.

Бөтә донъя студенттар уйындары символын Өфө урамдары һәм майҙандары буйлап ҡаланың иң яшы студенттары, билдәле спортсылары – йәмғеһе 38 кеше йөрөтәсәк. 7 километр 300 метр оҙонлоҡтағы Эстафета 15 сәғәттә Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда старт ала. Колонна Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Ленин, Пушкин, К.Маркс һәм З.Вәлиди урамдары буйлап Салауат Юлаев исемендәге майҙанға тиклем үтәсәк.

Эстафета Татарстан Республикаһының 43 муниципаль берәмеге аша үтеп, 2013 йылдың 6 июлендә Ҡазанда XXVII Бөтә донъя йәйге Универсиадаһын асыу тантанаһы менән тамамланасаҡ.