Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3701 һум тәшкил итә

Иҡтисад

Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме май айында 3701 һум тәшкил итте, был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 60 процентына тиң.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен эшһеҙҙәрҙең – 33 проценты, максималь күләмен 41 проценты ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда уртаса айлыҡ йәшәү минимумы күләме 2013 йылдың беренсе кварталында 6156 һум тәшкил итте.

Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы – 6546 һум, пенсионерҙар өсөн – 5037 һум, балалар өсөн 6149 һум күләмендә билдәләнде.

Шул уҡ ваҡытта, халыҡ мәшғүллеге буйынса һуңғы тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала уртаса хеҙмәт хаҡы ағымдағы йылдың март айында 21378,5 һум тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть