11 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2013 йыл, 9:46

Өфөлә «Оперение-2013» бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

24-30 июндә Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында II «Оперение-2013» бөтә Рәсәй йәйге фестивале үтә. Унда ҡатнашыу өсөн республика баш ҡалаһына Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды ҡарамағындағы ижади студияларҙан 500-гә яҡын бала киләсәк. Йәш таланттар өсөн тренингтар, импровизациялар, мини этюдтар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Константин Хабенский менән бергә ете көн дауамында башҡа Рәсәй артистары ла балалар өсөн дәрестәр үткәрәсәк. Улар: Чулпан Хаматова, Гоша Куценко, Леонид Ярмольник, Сергей Безруков, Лиза Боярская, Пелагея, Михаил Пореченков, Михаил Ефремов.

Төп программанан тыш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә айырым программа әҙерләнгән.

Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды һәм «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды сығыш яһай.

Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһы Өфөнөң 49-сы мәктәбендә 2011 йылдың көҙөндә асылды. Бындай студиялар шулай уҡ Рәсәйҙең Новосибирск, Санкт-Петербург, Воронеж, Түбәнге Тагил, Екатеринбург, Пермь, Ҡазан ҡалаларында бар. Балалар студияларҙа бушлай шөғөлләнә.