7 декабрь, Шаршамбы

17 июнь 2013 йыл, 17:10

Башҡортостанда 47,6 гектар урман янғындан зыян күргән

автор: Галина Бахшиева

Һуңғы өс көн эсендә, 14-16 июндә, Башҡортостанда ете урман янғыны теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны 8,6 гектар тәшкил иткән.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә, дүрт ғәҙәттән тыш хәл Бөрйән урман хужалығында теркәлгән, уларҙан 8,1 гектар майҙан зыян күргән. Әүжән, Дүртөйлө һәм Туймазы урман хужалыҡтарында берәр янғын сыҡҡан.

— Бөгөнгө көнгә ете янғындың бишәүһе һүндерелгән. Әүжән һәм Бөрйән урман хужалыҡтарындағы янғындар таралыуҙан туҡтатылған, — тип хәбәр итте Айбулат Ғәйнуллин. – Әүжән урман хужалығында сыҡҡан утты һүндереү өсөн хужалыҡ белгестәре, «Әүжән урманы», «Бөрйән урманы» дәүләт унитар предприятиелары, шулай уҡ Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.

2013 йылдың янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республиканың урман фондында 17 янғын теркәлгән. Уларҙан зыян күргән майҙан бөгөнгө көнгә 47,6 гектар тәшкил итә.

10 июндән республиканың урман фонды биләмәһендә айырым янғынға ҡаршы режим индерелде.

БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының «тура линия»һы телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 (бөтә телефондарҙан да шылтыратыу бушлай).