5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2013 йыл, 16:05

Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 7,2 мең өфөлө иҫәптә тора

автор: Галина Бахшиева

Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә бөгөнгө көндә 7,2 меңгә яҡын өфөлө иҫәптә тора, уларҙың 6,6 меңе – эшһеҙ. 5,6 меңдән ашыу эшһеҙ пособие ала, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

Бөгөнгө көндә баш ҡаланың вакансиялар банкында 24,5 мең эш урыны иҫәпләнә.

Рәсми эшһеҙлек кимәле 1,18 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте 0,29-ға тиң.

Йыл башынан алып хеҙмәт биржаһы ярҙамында йәмғеһе 7,6 мең кеше эшкә урынлашҡан. Йәнә 1,1 мең өфөлө бушлай уҡытыуға ебәрелгән.

Был ваҡыт эсендә 7 меңгә яҡын эшһеҙ иҫәптән төшкән, 61 мең кеше эшһеҙ тип танылған, 10,4 мең өфөлө эш эҙләүселәр сифатында иҫәпкә ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән.