Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Балаларҙың йәйге ялына Башҡортостанда 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса тотоноласаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялына һәм уларҙы сәләмәтләндереүгә 2013 йылда тупланған бюджеттан бер миллиард 477 миллион һум аҡса йүнәлтелә, 2012 йыл менән сағыштырмаса был 75,5 миллионға күберәк. Сәләмәтләндереү учреждениеларына һәм шифахана-курорт ойошмаларына путевкалар һатып алыуға средстволар шулай уҡ ойошмаларҙан, ата-әсәләрҙән, профсоюз ойошмаларынан йәлеп ителәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов.

Быйыл мәғариф учреждениелары нигеҙендә 1539 көндөҙгө үҙәк, шулай уҡ 95 ҡала яны стационар балалар һауыҡтырыу лагеры, 37 шифахана-профилакторий, 120 сатыр лагеры, 1082 хеҙмәт һәм ял лагеры, хеҙмәт ойошмаһы эшләйәсәк.

Быйылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһы барышында 385 мең бала һәм үҫмер, шул иҫптән ауыр тормош хәлендә ҡалған 90 мең бала ял итеп, сәләмәтлеген нығыта аласаҡ.

Бөгөнгө көндә республикала 2873 һауыҡтырыу учреждениеһының 1994-е эшләй.

Теги: йәйге ял
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть