6 декабрь, Шишәмбе

17 июнь 2013 йыл, 14:20

Рәшит Нурғәлиев «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәтенә 90 йыл тулыуға арналған байрамда ҡатнашты

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

14 июндә Өфөлә «Динамо» бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәтенә 90 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Унда Рәсәйҙең Именлек советы секретары урынбаҫары Рәшит Нурғәлиев, Башҡортостанда «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте рәйесе, БР буйынса эске эштәр министры полиция генерал майоры Михаил Закомалдин, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре — «Динамо» спорт йәмғиәте ағзалары ҡатнашты.

Байрамдың почетлы ҡунаҡтары «Динамо» йәмғиәте Үҙәк советының ҡул һуғышы буйынса бөтә Рәсәй чемпионатының финал алыштарын ҡараны һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты. Турнир Башҡортостан баш ҡалаһында дүрт көн дауамында барҙы. Унда 20-нән ашыу төбәктән 250 ҡатнашыусы көс һынашты.

— Һеҙҙең алдығыҙҙа сығыш яһау минең өсөн оло хөрмәт, — тине Рәшит Нурғәлиев сәләмләү һүҙендә. — Бөгөн Башҡортостанда «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәтенә 90 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. «Динамо» йәмғиәте халыҡ менән бергә бөтә ауырлыҡтар, шулай уҡ шатлыҡ-ҡыуаныстар аша үтте. Башҡортостандағы бүлексәнең уңышлы эшмәкәрлек өлгөһө булып тороуы ҡыуаныслы.

Рәшит Ғүмәр улы Башҡортостан спортсыларын һәм «Динамо» физкультура-спорт комплексының эшмәкәрлеген ҙур ихтирам менән телгә алды. Армия генералы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа һәм Михаил Закомалдинға физкультура һәм спортты үҫтереүгә, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш инддергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Байрам сиктәрендә спорт йәмғиәтенең айырыуса уңыштарға өлгәшкән спортсылары һәм ветерандары миҙалдар, почет грамоталары, рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.

Сараға йәм өҫтәп, майҙанда йәш спортсылар, ижади коллективтар сығыш яһаны.