9 декабрь, Йома

17 июнь 2013 йыл, 12:45

18 июндә Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары билдәләнәсәк

автор: Эльвира Латипова

18 июндә Өфөлә, БР Ауыл хужалығы министрлығында, «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2013» конкурсында еңеүселәр тәбрикләнәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге республика конкурсы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» федераль программаһының бер этабы булып тора. Иң яҡшы тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе асыҡлау, уларҙы етештереүселәрҙең – сифат өлкәһендәге лидерҙарҙың тәжрибәһен йәйелдереү, һөҙөмтәле сифат менеджменты системаларын индереүгә булышлыҡ итеү бәйгенең төп маҡсаты булып тора.

Быйыл конкурста 102 предприятие ҡатнашты.

Тантаналы сарала шулай уҡ «Иң яҡшы сифат менеджменты системаһы» һәм «Сифат буйынса иң яҡшы менеджер» бәйгеләрендә еңеүселәр билдәләнәсәк.

Башлана – 15.00 сәғәттә.