6 декабрь, Шишәмбе

17 июнь 2013 йыл, 12:22

Баш ҡалала экстремаль спорт төрҙәре буйынса асыҡ чемпионат үтәсәк

автор: Людмила Терновая

28 июндә Өфөлә, Йәштәр көнөн билдәләү сиктәрендә, экстремаль спорт төрҙәре буйынса асыҡ чемпионат үтә. Сараны ойоштороусылар булып ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты сығыш яһай. Ярыштар баш ҡаланың скейт-паркында үтәсәк, тип хәбәр ителә БР Велосипедсылар союзы сайтында.

Скейт-парк Конгресс-холдың түбәнге спорт майҙансығында Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлашҡан. Ярыштар 15.00 сәғәттә башлана.

Чемпионатты ойоштороусылар власть һәм йәмәғәтселек иғтибарын республиканың баш ҡалаһында велоинфраструктураны үҫтереү кәрәклегенә йәлеп итергә иҫәп тота.

— Был мөһим ваҡиға булып тора, сөнки ҡалала бындай спорт төрҙәре үҫешмәгән, — тип билдәләне ойоштороусылар. – Ысынында иһә, бындай ҡала өсөн 10 скейт-парк һәм шуның сама уҡ байкпарк кәрәк. Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын спорт байрамына саҡырабыҙ. Бындай башланғысҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алһаҡ, был яңы парктар төҙөү өсөн көрәштә ярайһы уҡ ярҙам итәсәк.