5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2013 йыл, 10:28

Өфөлә Владимир Спиваков «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Рәсәй Милли филармония оркестрының һәм «Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестрының баш дирижеры, Мәскәү халыҡ-ара Музыка йорто президенты, СССР-ҙың халыҡ артисы маэстро Владимир Спиваков «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды. Награданы дирижерға республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов «Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестрының концертында тапшырҙы.

Данлыҡлы коллектив Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында сығыш яһаны.

— Хеҙмәтемә юғары баһа биреүегеҙ мине бик тулҡынландырҙы, — тине Владимир Спиваков. – Бөгөн хеҙмәттәштәрем, оркестр музыканттары, Өфөләге балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Улар бындағы балаларҙың иҫ киткес матур булыуын билдәләне. Бының менән һеҙҙе ҡотлайым. Балаларҙа музыкаға ҡарата һөйөү тәрбиәләргә кәрәк, матурлыҡтан тыш, музыка әхлаҡлылыҡҡа өйрәтә. Музыка нисек бәхетле булырға түгел, ә бәхеткә лайыҡлы булырға өйрәтә.

— «Мәскәү виртуоздары»ның концерттары — һәр ваҡыт көтөп алынған ваҡиға, уларҙың сығыштары ҙур уңыш менән үтә, — тип билдәләне БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов. – Әлеге концерт хәйриә сараһы булараҡ ойошторола. Бында Владимир Спиваков исемендәге хәйриә фондының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

«Мәскәү виртуоздары»ның сығышы өс сәғәт тирәһе дауам итте. Данлыҡлы музыканттар менән бергә сәхнәлә пианиносылар Маргарита Шевченко һәм Тимофей Владимиров, шулай уҡ виолончелист Искәндәр Ханнанов сығыш яһаны. Улар Вольфганг Моцарт, Йозеф Гайдн һәм Йоханес Брамстың әҫәрҙәрен башҡарҙы.