5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2013 йыл, 9:31

Республикала «Селигер-2013» йәштәр форумында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә

автор: Эльмира Сабирова

Июль һәм август айҙарында Тверь өлкәһендә «Селигер-2013» бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумы үтә. Унда ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә башланы.

Быйыл лагерь өс сменала эшләйәсәк. Шулай итеп, 14-21 июлдә – Йәштәр проекттары форумы, 21-27 июлдә – Эшлекле форум, 28 июлдән 6 авгусҡа тиклем Граждандар форумы үтә. Сараларҙа Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән делегациялар ҡатнашасаҡ.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, уларға йәмәғәтселек һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү, һәләттәрен үҫтереү өсөн майҙансыҡ булдырыу форумдың төп маҡсаттары булып тора.

Заявкалар ағымдағы йылың 14 июленә тиклем форум сайтында ҡабул ителә. Лагерь 18-30 йәштәрҙәге ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн иҫәпләнгән. Өҫтәмә мәғлүмәт менән 8(347) 251-57-11 телефоны аша танышырға мөмкин.