11 декабрь, Йәкшәмбе

14 июнь 2013 йыл, 17:27

Башҡорт академия драма театры сираттағы миҙгелен «Ер менән күк араһында» спектакле менән тамамлай

автор: Людмила Терновая

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 14 июндә сираттағы 93-сө миҙгелен Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса (Рәлиф Кинйәбаев инсценировкаһы) «Ер менән күк араһында» спектакленең премьераһы менән тамамлай.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Гөлдәр Ильясова, ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестерев, композиторы – Илшат Яхин, хореографы – Сулпан Асҡарова.

«Ер менән күк араһында» спектаклендә йәшәү һәм үлем сигендә ғазапланған Ильяс исемле егет һүрәтләнә. Үлемгә дусар әҙәм балаһының йәнен алыр өсөн Хоҙай Ғазраилды ебәрә. Ул, әгәр егет йәшәүҙе һайлаһа, алда ниндәй тормош көтәсәген тәфсирләй. Ярлылыҡ, кәмһетелеү, һыҙланыу — барыһын да күреп, һалдат үҙ ҡарарын ҡабул итә.

Спектаклдә Әхәт Хөсәйенов, Сара Буранбаева, Гүзәл Маликова, Илдар Ғүмәров, Илфат Булатов, Фирғәт Ғарипов, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Айһылыу Йомағолова, Фирҙәүес Ғиззәтуллина, Ринат Баймырҙин, Руслан Ғәлимов ҡатнаша.

темалар: театрҙар