5 декабрь, Дүшәмбе

14 июнь 2013 йыл, 16:14

Баш ҡалала Атайҙар көнө үтәсәк

автор: Людмила Терновая

16 июндә Өфөлә Атайҙар көнөнә арналған байрам үтә. Сараны ойоштороусылар булып Башҡорт дәүләт медицина университетының Ирекмәндәр үҙәге, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм Өфө ҡала Советы янындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы сығыш яһай.

Байрамда ҡатнашыусылар өсөн төрлө конкурстар, уйындар, бүләктәр әҙерләнгән. Атайҙар һәм балалар төрлө ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡарай аласаҡ, шулай уҡ үҙ ҡулдары менән әсәйҙәргә бүләктәр эшләйәсәк, иҫтәлеккә фотоға төшәсәк.

Өфөлә Атайҙар көнөнә арналған бындай байрам икенсе тапҡыр үткәрелә. Сара Конгресс-холл алдындағы майҙанда 18.00 сәғәттә башлана.

темалар: байрамдар