Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфөнөң Йәштәр палатаһы ағзалары Йондоҙҙар аллеяһын булдырырға ниәтләй

Йәмғиәт

Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзалары Руслан Шәрифуллин һәм Айгөл Теләшева Йондоҙҙар аллеяһы проектын әҙерләгән. Аллеяла «ҡабынасаҡ» йондоҙҙарҙың хужаларын тауыш биреү юлы менән өфөлөләр үҙҙәре һайлаясаҡ, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.

Йондоҙҙарҙы урынлаштырыу концепцияһын һәм ҡайһы бер техник тәҡдимдәрҙе Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Регина Хәлиуллина һәм Эльвина Ғәләметдинова әҙерләй. Аҙаҡҡы варианттар ҡала властары тарафынан тикшереләсәк.

— Өфөлә Йондоҙҙар аллеяһын булдырыу тағы ла бер тапҡыр ҡала властарының инициативалы йәштәргә иғтибарлы булыуын иҫбатлаясаҡ, — тип иҫәпләй проект авторҙары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть