Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бөтә Рәсәй һабантуйында Башҡортостан Президенты призына ат сабышы үтәсәк

Йәмғиәт

29 июндә Пермь крайының Барда ҡасабаһында IV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтә.

Байрам сиктәрендә Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы-2013, Пермь крайы губернаторы, Татарстан Республикаһы Президенты, Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Барда районы башлығы приздарына ат сабыштары үтәсәк.

Пермь крайының Ат спорты федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙа ҡатнашыуға заявкалар 15 июнгә тиклем ҡабул ителә. Башҡортостан һәм Татарстан һыбайлылары тәүгеләрҙән булып сарала ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡатнашыусыларҙың тулы исемлеге 19 июндә билдәле буласаҡ.

— Ат сабышы, милли көрәш менән бер рәттән, һәр ваҡыт һабантуй байрамының төп сараһы булып торҙо. Быйыл шулай уҡ Бөтә Рәсәй арбалы ат ярыштары ла үтәсәк. Аттарҙан тиҙлек, шулай уҡ көс һәм сыҙамлыҡ талап иткән был бәйге бик ҡыҙыҡлы булыуға оҡшай. Һабантуйҙарҙа бындай ярыштар үткәреү артабан матур йолаға әүерелер, тип ышанам, — тине Пермь крайы Ат спорты федерацияһының башҡарма директоры Оксана Перетягина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть