8 декабрь, Кесе йома

14 июнь 2013 йыл, 12:21

Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен Матбуғат һәм мәғлүмәт көнө менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

БР Матбуғат буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары, нәшриәт эшмәкәрлеге һәм полиграфия вәкилдәрен һөнәри байрамдары – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы.

«Мәғлүмәт киңлеген ҙурайтып, яңынан-яңы медиа-технологиялар үҫешкән заманда ла журналист һүҙе йәмғиәттә мөһим һәм ихтирамлы урын биләүен дауам итә. Көслө һүҙ кешеләрҙе берләштерә, яҡшылыҡҡа ышаныс уята ала. Шулай уҡ ул һәләк итеү көсөнә лә эйә. Шуға күрә журналист ҡәләменең осло, әммә объектив булыуы, гәзит биттәренән, телевизор экрандарынан Ватанға ысын һөйөү яңғырауы, материалдарҙа кеше тормошон яҡшыртыуға ынтылыш булыуы мөһим. Башҡортостан матбуғатында республика халҡының хәстәрҙәрен ҡайғыртып йәшәгән бик күп һәләтле, профессиональ журналистар эшләй. Ваҡиғалар солғанышында булып, һеҙ барлыҡ ижади көсөгөҙҙө дөйөм кешелек һәм социаль ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә һәм нығытыуға йүнәлтәһегеҙ.Төбәк киң мәғлүмәт саралары үткерлек, объективлыҡ, оперативлыҡ һәм башҡа профессиональ сифаттар буйынса федераль кимәлдәгенән бер ҙә ҡалышмай», — тиелә ҡотлау хатында.

БР Матбуғат буйынса агентлығы етәксеһе журналистарға, нәшриәтселәргә һәм барлыҡ киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә уңышлы һәм сифатлы үҫеш, ҡыҙыҡлы темалар һәм ижади уңыштар теләне.