Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәштәр өсөн ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә 47 предприятие ҡатнашты

Йәмғиәт

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте. Был юлы эш урындарын күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү, дөйөм туҡланыу һәм ҡунаҡхана сервисы өлкәләре предприятиелары тәҡдим итте.

Сарала ҡатнашҡан 47 предприятие йәмғеһе 672 вакансия тәҡдим итте. Улар араһында — «Ярмарка», «Байрам», «Матрица», «Добрый день» сауҙа селтәрҙәре, шулай уҡ Өфө ресторандары һәм ҡунаҡханалары.

— Эш эҙләүселәр менән 138 әңгәмә ойошторолдо, һөҙөмтәлә 62 кеше эшкә саҡырыу алды, — тип хәбәр итте Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең эш тәҡдим итеүселәр һәм халыҡ менән бәйләнеш буйынса бүлеге алдынғы инспекторы Ольга Перминова. – Йәрминкәлә бөтәһе 150 кеше ҡатнашты.

Киләһе вакансиялар йәрминкәһе 20 июндә 10.00-12.00 сәғәттәрҙә үтә. Ул пенсия алды һәм пенсия йәшендәге кешеләр өсөн ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть