5 декабрь, Дүшәмбе

14 июнь 2013 йыл, 11:06

Нуғайлыла яңы мәсет асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө ҡалаһы Октябрь районының Нуғайлы ҡасабаһында яңы мәсет асылды, тип хәбәр итә islamrb.ru порталы. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин тантаналы сарала сығыш яһап, исламдың татыулыҡ һәм изгелек дине булыуын һәм мосолмандарҙың бер-береһе менән генә түгел, ә башҡа дин вәкилдәре менән дә уртаҡ тел таба белергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө.

Тантаналы сарала шулай уҡ мәсеттең попечителлек советы рәйесе Рөстәм Миһранов, Өфө районының имам-хатибы Васил Тимерғәлиев, «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмов, Нуғайлы мәсетенең имам-хатибы Ришат Али Мөхәмәҙуллин һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Яңы мәсетте етәкләгән йәш имам Ришат Али Мөхәмәҙуллин ете йыл элек Нуғайлы һәм Зинин ауылдары халыҡтарын мосолмандар өсөн ғибәҙәтхана төҙөргә саҡырып, аҡса йыя башлаған. Мәсет төҙөүгә хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәр ҙә йәлеп ителгән. 2012 йылдың көҙөнә төҙөлөш эштәре тамамланған.