Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктең өс муниципалитеты – Рәсәйҙә финанстар менән идара итеү сифаты буйынса иң яҡшылары

Иҡтисад

Республиканың өс муниципалитеты – Өфө, Благовещен һәм Шишмә райондары — VI «Йәмәғәт финанстары менән идара итеү өлкәһендә иң яҡшы муниципаль берәмек» бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде.

— Призерҙар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары араһында алдынғы позицияларҙы биләй, — тине Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина. – Беҙҙең муниципалитеттар был конкурста һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Йыл һайын үткәрелеүсе конкурс йомғаҡтары Рәсәй финансистары берләшмәһе йыйылышында иғлан ителде, тип хәбәр иттеләр БР Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть