4 декабрь, Йәкшәмбе

14 июнь 2013 йыл, 10:01

Республикала социаль партнерлыҡ өлкәһендәге конкурста еңеүселәр тәбрикләнде

автор: Сергей Захаров | фото: Ғәзиз Йосопов

13 июндә Башҡортостан Хөкүмәтендә вице-премьер Лилиә Ғүмәрова «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» республика конкурсында еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы.

Тәүге этапта ике йөҙҙән ашыу ойошма ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Улар араһынан ун бер еңеүсе билдәләнде. Икенсе турға үтеү өсөн ойошмаларҙан социаль партнерлыҡтың төп принциптарына һәм юғары етештереү һөҙөмтәлелегенә тап килеү талап ителде.

Һөҙөмтәлә бюджетҡа ҡарамаған ойошмаларҙың беренсе төркөмөндә беренсе урынға — «Д.А.Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре», икенсе урынға – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, өсөнсө урынға Стәрлетамаҡтың «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лайыҡ булды.

Бюджетҡа ҡарамаған ойошмаларҙың икенсе төркөмөндә беренсе урынды — «Рощинский» совхозы, икенсе урынды – Учалы тегеү фабрикаһы, өсөнсө урынды Өфө ҡалаһының «Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм ҡарау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ» яуланы.

Бюджет ойошмалары араһында беренсе урын — Өфө дәүләт авиация техник университетына, икенсе урын – Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына һәм өсөнсө урын Бөрө психоневрология интернатына бирелде.