10 декабрь, Шәмбе

13 июнь 2013 йыл, 17:18

«Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында»ғы закон яҙғы сессия аҙағынаса ҡабул ителәсәк

автор: Людмила Терновая

«Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында»ғы закон яҙғы сессия аҙағынаса ҡабул ителәсәк. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Рауил Бикбаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ғәмәлдәге федераль ҡануниәткә ярашлы, төбәктәр кимәлендә белем биреү системаһы эшмәкәрлегенең төп принциптарын билдәләгән документты ҡабул итеү сроктары сикләнгән.

— Закон ағымдағы йылдың июнендә икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡабул ителергә тейеш. Федераль закон беренсе сентябрҙән үҙ көсөнә инәсәк, шуға күрә беҙ төбәк кимәлендә был ваҡытҡа тиклем бүленгән вәкәләттәр йәһәтенән үҙ законыбыҙҙы ҡабул итергә тейешбеҙ, — тип хәбәр итте Рауил Бикбаев.

Закон республика белем биреү системаһының нигеҙе булып торасаҡ, тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

— Республика парламентының үткән ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проекты әҙерләнгән ваҡытта уҡ ҙур эштәр башҡарылған ине, — тип һөйләне вице-спикер. – Шуға күрә бөгөнгө көнгә барлыҡ  бәхәсле мәсьәләләр ҙә хәл ителгән. Закон проекты республиканың Дәүләт Йыйылышы сайтында йәмәғәт тикшереүенә сығарылған, тәҡдимдәр индерергә ваҡыт. Беҙҙең өсөн ата-әсәләрҙең дә, педагогтарҙың да фекерҙәрен ишетеү мөһим. Республика парламенты депутаттарының, педагогтарҙың оло хеҙмәте ярҙамында беҙҙә фундаменталь документ булдырылды.