Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланды

Йәмғиәт

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, 13 июндә, Башҡортостан Республикаһы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаларының Координация советы ағзалары совет рәйесе Наил Ғизәтуллин менән бергә Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә булды.

Госпиталдең баш табибы Хәлил Мостафин медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләне. Медицина хеҙмәткәрҙәре алдында сығыш яһап, Наил Ғизәтуллин, үҙ сиратында, уларҙың хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе:

— Һуғыш ветерандары госпитале хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Беҙҙең илдә һәр быуындың үҙенең һуғышы булды. Бөгөн һуғыш ветерандары – ул оло йәштәге кешеләр ҙә, йәштәр ҙә. Ниндәй генә һуғышта, ниндәй генә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмайыҡ, яныбыҙҙа һәр саҡ медицина хеҙмәткәрҙәре булды. Һеҙҙең профессионализмығыҙ, ветерандарға күрһәткән изгелектәрегеҙ, уларға бүләк иткән сәләмтәлек өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.  

Медицина өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, госпиталь менән етәкселек иткәндә күрһәткән профессионализмы өсөн учреждениеның баш табибы Хәлил Мостафин БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмалары Координация советының «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланды. Награданы Координация советы рәйесе Наил Ғизәтуллин тапшырҙы. Бынан тыш, уңыштарға өлгәшән ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә грамоталар тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть