2 декабрь, Йома

13 июнь 2013 йыл, 15:01

Башҡортостанда балалар баҡсаһы өсөн түләү 800 һумдан да артмаясаҡ

автор: Людмила Терновая

Балалар баҡсаһы өсөн түләү 2014 йылдың апреленә тиклем 800 һумдан да артмаясаҡ. Был хаҡта 13 июндә Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

— Баланы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөткән өсөн түләүҙе ике-өс тапҡырға арттырыу күҙалланмай, — тип белдерҙе Лилиә Ғүмәрова. – Федераль кимәлдә ҡабул ителгән «Мәғариф тураһында»ғы законға һәм алдағы ваҡытта аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителәсәк шундай уҡ исемле закон проектына ярашлы, түләү механизмы ғына үҙгәрә. Бала ҡарау һәм белем биреү буйынса айырым билдәләнгән хеҙмәттәр өсөн айырым түләнәсәк. Бөгөн сабыйҙы балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн түләү яҡынса 700 һум тәшкил итһә, ул 800 һумдан да ашыу булмаясаҡ. Бындай хаҡ 2014 йылдың апреленә тиклем һаҡланасаҡ.

Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов һүҙҙәренсә, ғәмәлдәге барлыҡ ташламалар һаҡланып ҡаласаҡ. Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, барлыҡ процестар ҙа дәүләт контроле аҫтында башҡарыласаҡ.