7 декабрь, Шаршамбы

13 июнь 2013 йыл, 14:30

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре араһында самбо буйынса чемпионат үтте

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында самбо буйынса чемпионат үтте. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан йөҙгә яҡын полиция хеҙмәткәре һигеҙ ауырлыҡ категорияһы буйынса көс һынашты. Команда беренселегендә ОМОН самбосылары – беренсе, Октябрьскийҙың полиция хеҙмәткәрҙәре – икенсе, Нефтекама сопртсылары өсөнсө урынға лайыҡ булды.

100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлексәһе изоляторы начальнигы Павел Плешаков еңеүсе булды. «Полиция майорының еңеүе осраҡлы түгел: быйыл ул чемпион исемен яҡланы. Көрәш менән ете йәшенән алып шөғөлләнә», — тип һөйләне БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белгесе Мәҙинә Хөсәйенова.