7 декабрь, Шаршамбы

13 июнь 2013 йыл, 12:23

Башҡортостан табиптары бөтә Рәсәй конкурсында призлы урындар яуланы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре «Иң яҡшы оториноларинголог», «Иң яҡшы участка терапевы», «Иң яҡшы уролог» һәм «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» номинацияларында призлы урындар яуланы. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы йыл һайын үткәрелә торған Бөтә Рәсәй табиптар конкурсына йомғаҡ яһаны.

13-сө ҡала клиник дауаханаһы табибы Вера Комкова «Иң яҡшы оториноларинголог» номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Илдең иң яҡшы участка терапевы тип Стәрлетамаҡтың 1-се поликлиникаһы табибы Гөлнара Вәлиева танылды.

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының урология бүлеге мөдире Рифҡәт Сәхипов «Иң яҡшы уролог» номинацияһында икенсе урын яуланы.

«Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының көндөҙгө хирургия стационары табибы Александр Дубровин еңеүсе булды.

Бөтә Рәсәй табиптар конкурсы 40 номинация буйынса өс этапта үткәрелде. Беренсе этапта кандидатуралар медицина ойошмаларының структура бүлексәләре менән тәҡдим ителде. Артабан икенсе турҙы үткәреү өсөн конкурс комиссиялары булдырылды. Уның составына төбәк башҡарма власть органдары, шулай уҡ ғилми һәм йәмәғәт ойошмалары вәилдәре инде. Аҙаҡҡы этапта Үҙәк конкурс комиссияһы бәйгегә йомғаҡ яһаны.

Уның составына быйыл Лео Бокерия, Леонид Рошаль, Елена Малышева, Николай Дайхес, Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы вәкилдәре, «Медицинская газета» хеҙмәткәрҙәре инде.

Конкурс шарттарына ярашлы, беренсе урын өсөн — 500 мең һум, икенсе урын өсөн – 300 мең һум һәм өсөнсө урын өсөн 200 мең һум күләмендә аҡсалата премия ҡаралған. «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында еңеүсегә бер миллион һум күләмендә аҡсалата приз тапшырыла, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.