Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Тәбиғәткә бергәләп ярҙам итәйек» проекты сиктәрендә Өфөлә алты мең ҡарағай ултыртыласаҡ

Йәмғиәт

14 июндә «Тәбиғәткә бергәләп ярҙам итәйек» экологик программаһы сиктәрендә Башҡортостан баш ҡалаһында алты мең ҡарағай ултыртыласаҡ.

Бығаса бындай акциялар Ярославль, Түбәнге Новгород, Владимир, Вологда, Дондағы Ростов һәм Орехово-Зуево ҡалаларында үткәрелде. Дөйөм алғанда был ҡалаларҙа 38 меңдән ашыу ағас ултыртылды.

«Тәбиғәткә бергәләп ярҙам итәйек» программаһының кураторҙары булып билдәле алып барыусы Тутта Ларсен һәм фоторәссам, сәйәхәтсе, «Обгоняя Солнце» китабы авторы Сергей Доля сығыш яһай.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, Өфөлә үтәсәк акция ярҙамында Подымалов ҡасабаһы эргәһендә урман массивы булдырыласаҡ, ул экологик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Экологик акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. 14 июндә 11.00 сәғәттә Спорт һарайы алдындағы майҙанда ирекмәндәрҙе һәм журналистарҙы автобус көтәсәк.

Акцияла ҡатнашыу өсөн 8(347) 266-01-50 йәки 8-917-40-14-336 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Белешмә өсөн. 2011 йылда старт алған «Тәбиғәткә бергәләп ярҙам итәйек» экологик программаһы Рәсәй урмандарын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Акция тормошҡа ашырыла башлағандан алып илдең төрлө төбәктәрендә 200 меңдән ашыу ағас ултыртылған. Программа «Экологик проекттар һәм башланғыстар» категорияһында «Рәсәйҙең 2012 йылғы иң яҡшы социаль проекттары» исемлегенә индерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть