8 декабрь, Кесе йома

13 июнь 2013 йыл, 10:29

Башҡортостан баш ҡалаһында бер юлы өс байрам билдәләнде

автор: Арина Рәхимҡолова

12 июндә Өфөлә Рәсәй көнө, Салауат Юлаев көндәре һәм Ҡала көнөнә арналған саралар үтте.

Көндөҙ М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында байрам концерты ойошторолдо, Рус драма театры алдындағы майҙанда «Берҙәмлек-Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Кискеһен унда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

Ленин урамы бер көнгә йәйәүлеләр зонаһына әүерелде, унда урындағы оҫталар үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итте, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе ойошторолдо, торлаҡ хужалығы өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ сертификаттары тапшырылды, иң яҡшы шәхси торлаҡ йортҡа конкурста еңеүселәр тәбрикләнде.

Халыҡ байрамдары шулай уҡ ҡаланың барлыҡ майҙандарында һәм парктарында үтте.

«Аҡбуҙат» ипподромында ДДТ төркөмө һәм Земфира, өфөлөләрҙе байрам менән ҡотлап, концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Йола буйынса, байрам Ленин исемендәге майҙанда фейерверк менән тамамланды.