8 декабрь, Кесе йома

13 июнь 2013 йыл, 10:06

Ригала һабантуй байрамы үтте

автор: Сергей Захаров | фото: Финат Ғәзизов

Латвияның баш ҡалаһы Ригала Һабантуй-2013 байрамы үтте. Латвияның Милли-мәҙәни йәмғиәттәр ассоциацияһы биләмәһендә сараны «Иҙел» татар йәмғиәте менән берлектә «Латвия башҡорттары ҡоролтайы» яҡташтар берлеге ойошторҙо.

Сарала Латвия, Литва, Эстонияның татар һәм башҡорт диаспоралары вәкилдәре – йәмғеһе өс йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте «Ригала Һабантуй-2013» байрамының ойоштороу комитеты рәйесе Финат Ғәзизов.

Байрамда күп йылдар дауамында Латвиялағы татар-башҡорт диаспораһының ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ун биш иң яҡшы яҡташ тәбрикләнде. Уларға татар һәм башҡорт мәҙәниәттәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары тапшырылды.

Йола буйынса, байрам программаһы сиктәрендә концерт номерҙары, спорт ярыштары, уйындар, конкурстар ойошторолдо. Һабантуйҙың иң популяр ярышы — милли көрәш бәйгеһендә 29 йәшлек Салауат Ғәлиханов еңеп сыҡты. Уның атаһы Илдар Ғәлиханов Башҡортостанда тыуған. Бына инде 40 йылдан ашыу ул ғаиләһе менән Ригала йәшәй. Салауат байрамдың төп призына һәм «Батыр» исеменә лайыҡ булды.