Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Төньяҡ» спорт комплексы асылды

Спорт

Өфөнөң Орджоникидзе районында 26-сы олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе бүлексәһенең «Төньяҡ» спорт комплексы асылды. Комплексты асыу тантанаһында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Мәхмүт Бикбулатов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостанда физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса координаторы, кикбоксинг һәм хәрби оҫталыҡ буйынса ун дүрт тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин ҡатнашты.

Мәктәп директоры Виталий Новцев ҡунаҡтарға грек-рим көрәше, дзюдо, тхеквондо, өҫтәл теннисы, бокс, тренажер залдарын, сисенеп кейенеү һәм душ бүлмәләрен, конферен-залды күрһәтте.

— Комплекс барыһына ла оҡшаны. Залдар иркен һәм балалар үҙҙәре теләгән спорт төрөн һайлай ала, — тине Вил Ғабдуллин. – Республикала яңы спорт объекттары асыла башланы, шуға күрә йәштәр ҙә күпләп спортҡа ылыға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть