Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала енәйәт-башҡарыу системаһы пенсионерҙарына торлаҡ сертификаттары тапшырылды

Йәмғиәт

Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хакимиәтендә енәйәт-башҡарыу системаһы пенсионерҙарына торлаҡ сертификаттары тапшырылды. 45 кешегә тапшырылған сертификаттарҙың дөйөм суммаһы 80 миллион һум тәшкил итте. Өй туйлаусыларҙы Идаралыҡ етәксеһе Виктор Шалыгин ҡотланы. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәт-башҡарыу системаһында кәм тигәндә 10 йыл эшләгән хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ сертификаттары биреү буйынса дәүләт программаһы 2000-се йылдан башлап тормошҡа ашырыла. Был ваҡыт эсендә Башҡортостанда 232 миллион һум суммаға йәмғеһе 170 сертификат тапшырылған.  

Субсидия күләме Төбәктәр үҫеше министрлығы менән билдәләнгән хаҡтар буйынса иҫәпләнә. Хеҙмәткәрҙең милкендә булған торлаҡ майҙаны һәм ғаилә составы иҫәпкә алына, тип хәбәр иттеләр Идаралыҡтан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть