9 декабрь, Йома

11 июнь 2013 йыл, 16:19

Өфөлә оло йәштәгеләрҙе компьютер белеменә өйрәтеү үҙәге асылды

автор: Галина Бахшиева

«Онлайн өләсәй һәм ҡартатай» милли социаль программаһы сиктәрендә Өфөлә оло йәштәгеләрҙе компьютер белеменә өйрәтеү үҙәге асылды. Үҙәк Коммунистик урамы, 39 адресы буйынса Рәсәй дәүләт социаль университеты филиалында урынлашты.

«Онлайн өләсәй һәм ҡартатай» милли социаль программаһы «Ветерандар, инвалидтар һәм пенсионерҙар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән 2008 йылдан башлап тормошҡа ашырыла. Шул ваҡыттан алып Рәсәйҙең 46 төбәгендә 126 компьютер үҙәге асылған. Хәҙер бындай үҙәк Башҡортостанда ла эшләй башланы. Ветерандар, инвалидтар һәм пенсионерҙар ассоциацияһы үҙәккә 10 ноутбук бүләк иткән.

— Үҙәктә ойоштороласаҡ курс 14 сәғәткә иҫәпләнгән, — тип һөйләне Рәсәй дәүләт социаль университеты филиалы администраторы Роберт Әхмәҙинуров. – Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үткәреләсәк. 10 кешенән торған ике төркөм ойоштороласаҡ.

Уның һүҙҙәренсә, тәүге ике төркөм булдырылған да инде. Курстарға яҙылыу өсөн 8(347) 272-04-81 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.