Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Танылған йырсы Фән Вәлиәхмәтовҡа Шаран районының Почетлы гражданы исеме бирелде

Мәҙәниәт

Танылған йырсы, тальян гармун оҫтаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов тыуған төйәге – Шаран районында үҙенең талантына, хеҙмәтенә лайыҡлы баһа алды. Муниципаль район Советы ултырышында депутаттар уға «Башҡортостан Республикаһы Шаран районы муниципаль райондың Почетлы гражданы» исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был юғары наградаға йырсы сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, татар йырҙарын һәм тальян гармунды пропагандалағаны, муниципаль районда мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барғаны өсөн лайыҡ булды.

— Минең өсөн был шатлыҡлы ваҡиға, — тип тәьҫораттары менән бүлешә Фән Вәлиәхмәтов «Кызыл таң» гәзитенең бөгөнгө һанында. – Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә сығыш яһаһам да, үҙемде һәр ваҡыт Шаран ере улы итеп таныттым, тыуған яҡты данлап йырланым. Шуға ла районыбыҙҙың почетлы гражданы булыу минең өсөн ҙур бәхет.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть